11:00 (UTC+5), 25 Февраля 2015

Баш ҡалала БРИКС банкы рәйесенең исеме билдәле буласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөлә БРИКС саммитында ошо ойошмаға ингән илдәр үҫеше банкы рәйесе һәм уның урынбаҫары кандидатураһы тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк. Был хаҡта «РИА Новости» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.
Бөгөн, 25 февралдә, Федерация Советы БРИКС илдәре үҫеше банкын булдырыу буйынса килешеүҙе раҫланы. Ошо туралағы килешеүгә 2014 йылдың июнендә Бразилияның Форталеза ҡалаһында ҡул ҡуйылды. Ул БРИКС дәүләттәрендә һәм үҫешеүсе илдәрҙә инфраструктура проекттарын финанслау өсөн булдырыла.
Агентлыҡ хәбәр итеүенсә, Рәсәй Федерацияһының 2015 йылға бюджеты тураһындағы законында банк капиталына индереү өсөн аҡса һалынған да инде. Рәсәй ойошма капиталына ете йыл буйына ике миллиард доллар индерәсәк тип күҙаллана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БРИКС халыҡ-ара саммиты Өфөлә 8 июлдән 10-на тиклем уҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика