Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Февраль 2015, 12:05

Рөстәм Хәмитов энергия һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 13 февралдә республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә энергия һаҡлау һәм энергия һөҙөмтәлелеген арттырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Рәсәй Федерацияһының энергетика министры урынбаҫары Антон Инюцын, шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, муниципалитет башлыҡтары, профилле ведомстволар һәм эре сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.
– Ошо мөһим һәм көнүҙәк теманы тәүге тапҡыр ғына тикшермәйбеҙ, сөнки әлегә тиклем йылылыҡ энергияһы өлкәһендә юғалтыуҙар күп. Беҙ энергия ресурстарын һаҡсыл тотона белмәйбеҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһенең һүҙҙәренсә, ошо йүнәлештә алып барылған эштең һөҙөмтәләре күренә башланы ла инде. Төбәк тулайым продуктының энергия талап итеүе 2010 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек кәмегән. Башҡортостандың бер нисә предприятиеһы ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
Рәсәй Федерацияһының энергетика министры урынбаҫары Антон Инюцын кәңәшмәлә энергия һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен камиллаштырыу һәм энергия һөҙөмтәлелеген федераль кимәлдә арттырыу хаҡында һөйләне.
Антон Инюцындың һүҙҙәренсә, һәр тармаҡ министрлығының, шул иҫәптән төбәк кимәлендә, энергия һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса маҡсатлы күрһәткестәре булырға тейеш. Федераль кимәлдә Рәсәйҙең Энергетика министрлығына тейешле энергетика декларацияларын тапшырыу тәртибе әҙерләнгән. Хәҙер ошоға ярашлы закон проекты ҡул ҡуйыуға әҙерләнә.
– Илебеҙ өсөн иң мөһим мәсьәлә – тәртип булдырыу, шул иҫәптән энергия һөҙөмтәлелеге мәсьәләһендә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә лә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәйҙең энергетика министры урынбаҫары. – Донъя масштабында энергия ресурстарының 34 проценты ошо тармаҡты тәьмин итеүгә китә. Рәсәй Энергетика министрлығы министрлыҡтар һәм ведомстволар менән берлектә энергияны һаҡсыл файҙаланыу технологиялары буйынса күп фатирлы йорттар төҙөүҙең перспективалы проекттарын әҙерләй.
Башҡортостанда энергия һаҡлау һәм энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса эштәр менән идара итеү һәм көйләү республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығына йөкмәтелгән.
Кәңәшмәлә шулай уҡ республиканың эре сәнәғәт предприятиелары етәкселәре һәм муниципалитет башлыҡтары сығыш яһаны.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар энергия һаҡлауҙың билдәле потенциалынан кәм тигәндә 25 процентын сағылдырыусы энергия һаҡлау һәм энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса күрһәткестәрҙе һәм сараларҙы Рәсәй Федерацияһы субъекттарының тармаҡ дәүләт программаларына индерергә кәрәк тигән һығымтаға килде. Бюджеттан финансланыусы яңы төҙөлөшкә һәм капиталь ремонтҡа энергия һөҙөмтәлелеге буйынса талаптар мөһим булырға тейеш. Шуның менән бергә төбәктәргә энергия һөҙөмтәлелеге өлкәһенә шәхси инвестициялар йәлеп итеүҙе дауам итергә тәҡдим ителде.
Читайте нас: