Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Февраль 2015, 12:00
Мәскәүҙә «Өфө» аэропортын яңыртыуҙың презентацияһы уҙҙы
Дарина Шубина (Мәскәү)
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. Мәскәүҙең «Крокус Сити» бизнес үҙәгендә Аэропорттар һәм граждандар авиацияһы инфраструктураларының икенсе милли күргәҙмәһе үтте. ШОС һәм БРИКС самиттары алдынан Өфө халыҡ-ара аэропортында реконструкция үткәреүгә арналған стенд мөһим экспозицияларҙың береһе булды. Проектты «Граждандар аэропорттары (аэродромдары) хакимиәте» федераль дәүләт унитар предприятиеһы һәм июлдә форумда ҡатнашыусы 16 ил башлыҡтарын ҡабул итәсәк Өфө аэропорты делегацияһы тәҡдим итте.
Әлеге мәлгә Өфөнөң халыҡ-ара аэропорты быға 90 процентҡа әҙер — төҙөлөш эштәре графиктан алда бара. Яңыртыу аэропорттың бөтә объекттарына ла ҡағылды, әммә төп иғтибар аэродромға бирелде, тип билдәләнде күргәҙмәлә. Аэропорт 36 самолетҡа иҫәпләнгән туҡталҡа менән йыһазландырылған, ул хатта «Боинг 747» һәм «Аэробус 330» тибындағы ауыр самолеттарҙы ҡабул итергә һәләтле.
Аэропорт терминалдарындағы төҙөлөш-монтаж эштәре Өфө аэропорты һәм Башҡортостан Республикаһы бюджетынан финанслана, аэродромды яңыртыу федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә алып барыла. «Граждандар аэропорттары (аэродромдары) хакимиәте» федераль дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры Михаил Жеребцовтың һүҙҙәренсә, федераль маҡсатлы программанан бүленгән 10 миллиард һумдың 4,5 миллиард һумға яҡыны осоу-ултырыу һыҙаттарын, перрондарҙы реконструкциялауға һәм яҡтыртыу ҡорамалдарын ҡуйыу өсөн йүнәлтелгән. Шуның менән бергә проектты оптималләштереү һәм төҙөлөшкә яңы технологиялар индереү арҡаһында 2 миллиард һумды экономияларға мөмкин, тип иҫәпләй ул.
Терминалдарҙы киңәйтеү һәм аэродромды модернизациялау Өфөгә Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең сит илгә сығыу өсөн төп пункттарының береһенә әүерелергә мөмкинлек бирәсәк. Башҡортстандың баш ҡалаһы 2009 йылда БРИКС-ты ҡабул иткән Екатеринбург тәжрибәһен ҡабатларға һәләтле. Саммиттан һуң Кольцово аэропортының пассажирҙар ағымы ҡала халҡы һанынан да артып китте. Бөтә эштәр ҙә тамамланғас, Өфө аэропорты сәғәтенә 800-гә яҡын кешене сит илдәргә сығара һәм әлегә Мәскәү аша халыҡ-ара рейстар, шул иҫәптән тура халыҡ-ара һәм чартер туристик рейстары менән сәйәхәт итеүсе пассажирҙар ағымын үҙенә күсерә аласаҡ, тип иҫәпләй белгестәр.
Теги:
өфө аэропорты
презентация
күргәҙмә
Читайте нас: