05:25 (UTC+5), 12 Февраль 2015

Ғинуар айында Башҡортостанда 188 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Ғинуарҙа Башҡортостанда финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә 188 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Был 2014 йылдың ғинуары менән сағыштырғанда 2,1 тапҡырға күберәк, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.
Татарстан — ошо күрһәткес буйынса (282,1 мең квадрат метр) Волга буйы федераль округында лидер.
Мең кеше иҫәбенә йортто сафҡа индереү күрһәткесе буйынса (46 квадрат метр) Башҡортостан округта өсөнсө урында тора. Алда — Татарстан һәм Удмурт Республикаһы.
Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшө структураһында халыҡтың өлөшө өҫтөнлөк итә — 65,4 процент. Ғинуарҙа республикала йәшәүселәр үҙ иҫәбенә һәм кредит ярҙамында дөйөм майҙаны 122,9 квадрат метрлыҡ йорттар төҙөгән. Был 2014 йылдың ғинуарына ҡарата 2,3 тапҡырға күберәк. Предприятие һәм ойошмалар 65,1 мең квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика