Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Февраль 2015, 11:40
Ғинуарҙа республикала сәнәғәт етештереүе индексы — 103,9 процент
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 2015 йылдың ғинуарында Башҡортостанда сәнәғәт етештереүенең уртаса үҫеше билдәләнде, тип хәбәр иттеләр республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығынан. Сәнәғәт етештереүе индексы 2014 йылға ҡарата 103,9 процент тәшкил итте.
Файҙалы ҡаҙылмалар табыу (105,2 процент), ағас эшкәртеү һәм ағастан әйберҙәр эшләү (102,8) буйынса предприятиелар, химия производстволары (106,5), резина һәм пластмассанан яһалған әйберҙәр (128,8), электр ҡорамалдары, электрон һәм оптик ҡорамалдар (110,1), транспорт саралары һәм ҡорамалдары (132,9) сығарыу буйынса предприятиелар иң ҙур үҫеш динамикаһын тәьмин итте.
Теги:
сәнәғәт
сәнәғәт етештереүе индексы
статистика
Читайте нас: