04:30 (UTC+5), 12 Февраля 2015

Башҡортостан ауыл хужалығын страховкалау буйынса сығымдарҙы субсидиялауға 195 миллион һум аласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостан ауыл хужалығы етештереүселәренең страховкалау хеҙмәттәрен түләү буйынса сығымдарын субсидиялау өсөн федераль бюджеттан яҡынса 195 миллион һум аҡса аласаҡ. Дөйөм күләме 6,4 миллиард һумлыҡ субсидиялар Рәсәйҙең 84 субъекты араһында бүленә. Тейешле күрһәтмә Рәсәй Хөкүмәтенең сайтында урынлаштырылған.
Башҡортостанға сәсеүлектәрҙе страховкалау сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға — 145,2 миллион һум, малсылыҡ өлкәһендә страховкалауға 50,2 миллион биреләсәк. Субсидиялар төбәктәр араһында РФ Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған ҡағиҙәләргә ярашлы бүленә.
Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы төбәктең субсидияларҙы файҙаланыу һөҙөмтәлелеген страховкаланған сәсеүлектәр өлөшө һәм страховкаланған ауыл хужалығы малдары һаны буйынса баһалай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика