12:19 (UTC+5), 10 Февраля 2015

Өфөлә илдең бизнес-омбудсмендары коррупцияға ҡаршы сара уйлап табасаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.17 февралдән 19-на тиклем Өфөлә Европа Советы эгидаһы аҫтында төбәк бизнес-омбудсмендары һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәре өсөн «Рәсәй Федерацияһында коррупция хәүефе һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса механизмдар» тип аталған семинар һәм тренинг үтәсәк. Был хаҡта Башҡортостандың бизнес-омбудсмены эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса аппараттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Форум барышында унда ҡатнашыусылар ришүәтселеккә ҡаршы ҡануниәт менән танышасаҡ, коррупция менән көрәш һәм эшҡыуарҙарҙы яҡлау механизмдарын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләйәсәк.
17 февралдә профилле дискуссия ойошторола, унда Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, Арбитраж суд һәм прокуратура вәкилдәре сығыш яһаясаҡ. Һуңынан ришүәтселеккә ҡаршы хәрәкәт буйынса Рәсәй һәм Европа тәжрибәһен дөйөмләштереү темаһына семинар, шулай уҡ «Коррупция хәүефе һәм эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау» ҡулланмаһы презентацияһын үткәреү ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика