ӨФӨ, 2015 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 6 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән
осрашыу үткәрҙе. Унда етештереү һәм сәнәғәт, консалтинг хеҙмәттәре, мәғариф һәм IT-технологиялары, сауҙа, туризм, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә һәм башҡа тармаҡтарҙа мәшғүл булған эшҡыуарҙар, шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, йәмәғәт ойошмалары һәм кредит учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыуҙа яҡтар бөгөнгө көндә эшҡыуарҙарҙы борсоған мөһим мәсьәләләрҙе, шулай уҡ власть менән бизнестың үҙ-ара килешеп эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса тәҡдимдәрҙе тикшерҙе.