09:06 (UTC+5), 09 Февраля 2015

Башҡортостан предприятиелары Рәсәйҙең система барлыҡҡа килтереүсе компаниялары исемлегенә инде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы Рәсәйҙең система барлыҡҡа килтереүсе компаниялары исемлеген баҫтырып сығарҙы. Уға дөйөм милли килеменең 70 проценттан ашыуын дөйөм табыш тәшкил иткән, ә хеҙмәткәрҙәр һаны иҡтисадта мәшғүл булыусыларҙың 20 процентынан күберәк 199 предприятие инде, тип хәбәр ителә министрлыҡ сайтында. Улар эске тулайым продуктты формалаштырыуға, халыҡтың мәшғүллегенә һәм социаль тотороҡлоҡҡа тәьҫир итә.
Система барлыҡҡа килтереүсе компаниялар исемлегенә Башҡортостан предприятиелары ла индерелгән: «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Өфөнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Башкирская генерирующая компания» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт. Исемлектә Башҡортостан компанияларын берләштереүсе эре холдингтар ҙа бар. Улар араһында — «Башкирская химия» асыҡ акционерҙар йәмғиәте («Башҡорт сода компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен үҙ эсенә ала), «СИБУР Холдинг» асыҡ акционерҙар йәмғиәте («Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәте), «УГМК Холдинг» асыҡ акционерҙар йәмғиәте («Башмедь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт), «Русгидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте («Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт), «Электрозавод» асыҡ акционерҙар йәмғиәте («Өфө трансформатор заводы» айырым подразделениеһы, «Электроаппарат» Өфө заводы асыҡ акционерҙар йәмғиәте).
Компанияны система барлыҡҡа килтереүселәр исемлегенә кертеү дәүләт ярҙамына гарантия бирмәй — компания бер нисә шартты үтәргә тейеш буласаҡ. Исемлеккә төҙәтмәләр ҙә индерелеүе мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика