10:16 (UTC+5), 02 Февраля 2015

Волга буйы федераль округында иң осһоҙ аҙыҡ-түлек — Башҡортостанда

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/. Башҡортостанда социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек Волга буйы федераль округында иң осһоҙо тип билдәләнде. РФ Ауыл хужалығы министрлығында Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының ауыл хужалығы продукттары баҙарын, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен көйләү департаменты директоры урынбаҫары Владимир Азаров етәкселегендәге видеоселектор кәңәшмәлә Волга буйы федераль округы субъекттарындағы ауыл хужалығы баҙарындағы хәлде мониторинглау мәғлүмәттәре тикшерелде.
Статистика күрһәтеүенсә, ауыл хужалығы продукцияһы һәм уны эшкәртеү продукцияһының һатып алыу һәм һатыу хаҡтары күпкә артмаған. Бөтә төбәктәрҙә лә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, махсус штабтар булдырылған, һатып алыу хаҡтарына мониторинг алып барыла.
Республикала аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар — округта иң осһоҙо. Мәҫәлән, һыйыр итенең килограмы — 185 һум, сусҡа ите — 180, тауыҡ ите — 100,3.
Сағыштырыу өсөн: Киров өлкәһендә һыйыр итенең килограмы — 205 һум, Новгород өлкәһендә — 214.
Бөртөклө культураларға хаҡтар ҙа сағыштырмаса түбән кимәлдә ҡала. Өсөнсө класлы бер тонна бойҙайҙың уртаса хаҡы 10 750 һум тәшкил итте, дүртенсе класлы — 9 250, фураж бойҙайы — 8 500, арпа — 6 750, ҡарабойҙай — 17 000. Пермь крайында һәм Нижегород өлкәһендә бойҙайҙың тоннаһы 11-12 мең һум тора, Киров өлкәһендә фураж игене — 14 мең һум.
Башҡортостанда бер килограмм он уртаса 17,6 һум тора, ә Киров өлкәһендә — 18,5. Республикала бойҙай икмәгенең уртаса хаҡы —35,67 һум, Киров өлкәһендә — 38,5.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика