06:33 (UTC+5), 30 Января 2015

«Ҙур химия-2015» халыҡ-ара форумында 800-ҙән ашыу делегат ҡатнашасаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Ҙур химия» V халыҡ-ара форумында 800-ҙән ашыу делегат — Рәсәй һәм сит ил нефть-газ химияһы комплексы компаниялары, бизнес ассоциациялары һәм власть органдары етәкселәре, эксперт һәм фәнни берләшмә эшмәкәрҙәре, ШОС һәм БРИКС илдәре вәкилдәре ҡатнашасаҡ. «Ҙур химия» Өфөлә 21, 22 майҙа үтә.
БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Күргәҙмә һәм презентация эшмәкәрлеге департаментынан хәбәр итеүҙәренсә, форум — «Башҡортостанда нефть химияһы аҙналығы» сараларының береһе, уға «Газ. Нефть. Технологиялар» халыҡ-ара күргәҙмәһе лә инә. Форум һәм күргәҙмә Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй рәйеслегендәге Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС берләшмәләре сиктәрендә уҙа.
— Форумдың Өфөлә — Рәсәйҙең нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте үҙәгендә үткәрелеүе осраҡлы түгел, — тип билдәләне «Ҙур химия» V халыҡ-ара форумын әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты рәйесе, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов. — Бөгөн Рәсәй алдында торған бурыстар төбәктәрҙә тулы цикллы нефть эшкәртеү предприятиеларын булдырыуҙы талап итә. Хәҙерге көндә сығарылған продукция номенклатураһы баҙар ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй. Беҙ сикле продукттарҙы сит илдән һатып алырға мәжбүрбеҙ, был табышты юғалтыуға һәм илдең нефть эшкәртеү тармағы үҫешен тотҡарлауға килтерә. Форум төбәк-ара кооперациялар, юғары технологияларҙы берлектә үҫтереү һәм Рәсәй нефть-газ химияһы тармағына оҙайлы сит ил инвестицияларын йәлеп итеү хаҡында фекер алышыуҙарға старт бирәсәк.
Форум сиктәрендә ҡатнашыусылар яңы иҡтисади һәм сәйәси шарттарҙа химия тармағы үҫеше стратегияһын, химия тармағында стратегик инвестиция проекттарын тикшереүҙе планлаштыра.
«Ҙур химия» йомғаҡтары буйынса ҡабул ителгән тәҡдимдәр Рәсәйҙең нефть-газ химияһы үҫеше стратегияһын формалаштырыуға, тармаҡтың инвестиция сәйәсәтен үҫтереүгә һәм яңы технологияларҙы индереүгә ярҙам итәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика