ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2015 йылды Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышын һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтары осрашыуын үткәреүгә бәйле Өфөнөң Көньяҡ
автовокзал бинаһын һәм биләмәһен тейешле тәртипкә килтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Бынан тыш, объекттың хәүефһеҙлеге буйынса максималь шарттар булдырыу буйынса саралар күрелә.