Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Ғинуар 2015, 11:11

Рөстәм Хәмитов менән «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллерҙың эшлекле осрашыуы үтте

«Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте
«Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2015 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 28 ғинуарҙа «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең үҙәк офисында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән компания идараһы рәйесе Алексей Миллерҙың эшлекле осрашыуы үтте, тип хәбәр иттеләр төбәк етәксеһенең матбуғат хеҙмәтенән.
Яҡтар Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙе тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙе. Шулай уҡ республикала газ үткәреү хаҡында ла һүҙ барҙы. 2006-2014 йылдарҙа «Газпром» ошо маҡсатҡа 3,2 миллиард һум аҡса бүлгән. Был аҡсаларға, атап әйткәндә, 18 ҡасаба араһында 366 километр оҙонлоғонда газ үткәргес һалынған. Һөҙөмтәлә республикала газ үткәреү кимәле 87,3 процентҡа артҡан. 2015 йылда «Газпром» туғыҙ газ үткәргес һалыуға һәм тағы ла дүртәүҙе төҙөү өсөн проект-смета документтарын әҙерләүгә 300 миллион һум йүнәлтергә ниәтләй.
Башҡортостанда газ-мотор яғыулығы баҙары үҫеше дауам итә. Хәҙерге көндә компания газ тултырыу һәләтенә эйә булған 11 компрессор станцияларының икеһен реконструкциялай, Өфөлә шундай уҡ станция төҙөү буйынса проект-эҙләнеү эштәре алып бара.
Осрашыуҙа «Газпром» Башҡортостандың спорт инфраструктураһын үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша тип билдәләнде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы һәм «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында һәм тәбиғи газды мотор яғыулығы сифатында файҙаланыуҙы киңәйтеү, шулай уҡ газ үткәреү хаҡында килешеүҙәр төҙөлгән. Бынан тыш, 2014 йылда яҡтар тарафынан Башҡортостан Республикаһы ойошмаларының юғары технологиялы продукцияһын файҙаланыуҙы киңәйтеү буйынса проекттың Юл картаһына ҡул ҡуйылған. Башҡортостанда «Газпром – балаларға!» программаһы сиктәрендә 16 күп функциялы спорт майҙансыҡтары һәм Өфөлә олимпия резервындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе төҙөлгән.
Читайте нас: