Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Ғинуар 2015, 16:14

Өфө — Аэропорт юлын төҙөкләндереүгә ярты миллиард һум аҡса бүленә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Өфө — Аэропорт юлын төҙөкләндереүгә ҡала бюджетынан 551,4 миллион һумға яҡын аҡса бүленә. Контракттың аныҡ суммаһы һәм подрядсыһы 16 февралдә «Һаҡлыҡ банкы-АСТ» майҙансығында үтәсәк электрон аукцион һөҙөмтәләре буйынса билдәле буласаҡ.
Аукционда ҡатнашыу өсөн ғаризалар 6 февралгә тиклем ҡабул ителә.
Талап ителгән эштәр исемлегенә йөрөй торған юлды, тротуарҙы ремонтлау, тауыштан һаҡлаусы экрандар, юл билдәләрен ҡуйыу, шулай уҡ йәшелләндереү эштәре инә.
Конкурс документында объекттарҙы эксплуатациялауҙың гарантия ваҡыты күрһәтелгән. Юлды ремонтлау ағымдағы йылдың 20 июненә тиклем тамамланырға тейеш.
Читайте нас: