Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Ғинуар 2015, 17:47

Башҡортостан предприятиелары Төркиәләге халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнаша ала

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы республика предприятиеларына һәм ойошмаларына Төркиәлә уҙасаҡ күргәҙмәлә ҡатнашырға тәҡдим итә.
Һүҙ февраль айында үтәсәк сәнәғәт предприятиелары һәм аҙыҡ-түлек индустрияһы күргәҙмәләре хаҡында бара.
Күргәҙмәләрҙән тыш, сараларҙың эш программаһында төрөк компаниялары менән һөйләшеүҙәр ҙә ҡаралған.
Өҫтәмә мәғлүмәтте (347) 276-30-36 телефоны йәки ccirb2012@gmail.com электрон почтаһы аша алырға мөмкин.
Читайте нас: