12:31 (UTC+5), 28 Января 2015

Республикала торлаҡ төҙөлөшөнә һаҡлыҡҡа аҡса һалыу программаһы бер йылға оҙайтылды

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөнә һаҡлыҡҡа аҡса һалыу программаһы йәнә бер йылға оҙайтылды. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында белдерҙе.
— 2015 йылда Башҡортостан Республикаһының бөтә граждандары ла ошо системаға инеү осоро тамамланыр тип күҙалланғайны. Ағымдағы йылдан торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарҙы ғына әлеге программаға индереүҙе күҙаллағайныҡ. Ләкин программаны тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү тураһында тәҡдим индерелде, сөнки әлеге көндә һәр кемдең ипотека кредитын алырға мөмкинселеге юҡ, — тине Рөстәм Мәрҙәнов.
Торлаҡ төҙөлөшөнә һаҡлыҡҡа аҡса һалыу системаһын артабан үҫтереү өсөн республика Хөкүмәте Бойороғо проекты әҙерләнгән.
2014 йылдың 1 апреленән Башҡортостанда Торлаҡ төҙөлөшөнә һаҡлыҡҡа аҡса һалыу программаһы эшләй башланы. Уға ярашлы, граждандар торлаҡтың бер өлөшөн түләү өсөн билдәле ваҡыт арауығында банк иҫәбендә аҡса йыя. Махсус иҫәпкә һаҡлыҡҡа һалынған суммаға йылына 1-1,5 процент күләмендә банк проценты өҫтәлеп барасаҡ. Йыйылған аҡсаларға 30 процент күләмендә республика ҡаҙнаһынан премия күсерелә. Аҡса туплау ваҡыты тамамланғас, программала ҡатнашыусыға 4,5 йылдан алып 9 йылға тиклем льготалы кредит бирелә.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика