04:59 (UTC+5), 28 Января 2015

Рөстәм Хәмитов: Сәсеү кампанияһына әҙерлек – тәү сираттағы бурыс

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/. 27 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек мәсьәләләре буйынса киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, кредит ойошмалары һәм сәнәғәт предприятиеларының топ-менеджерҙары ҡатнашты.
Башҡортостан – Рәсәйҙең эре аграр төбәге, ул ауыл хужалығы етештереүе күләме буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй һәм ил буйынса тәүге унау исемлегенә инә, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, кәңәшмәне асып.
Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, былтыр республикала етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһының күләме 135 миллиард һум тәшкил итте, был 2013 йылғы күрһәткестәрҙән 1,1 процентҡа юғары. Ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы өсөн 7 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән. Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында 20-гә яҡын эре проект ғәмәлгә ашырыла. 212 һөтсөлөк-тауар фермаһы «500 ферма» программаһында ҡатнаша, 304 малсылыҡ бинаһы яңыртылған һәм төҙөлгән.
– Яңы эш башлаусы фермерҙарға 1,5 миллион һумға яҡын грант бирелә. Ғаилә малсылыҡ фермаларының ҡорамалдар, тоҡом малын һатып алыуға киткән сығымдары компенсациялана – 10 миллион һумға яҡын грант тапшырыла. Был программаға 300-ҙән ашыу фермер ҡушылды, – тине төбәк Башлығы.
Рөстәм Хәмитов быйыл яҙғы баҫыу эштәрен ҡулайлы ваҡытта атҡарып сығырға кәрәк тип белдерҙе. Былтыр уларҙы үҙ ваҡытында башҡарыу ашлыҡ, картуф, шәкәр, шулай уҡ ит һәм һөт етештереү күләмен арттырыуға булышлыҡ итте. Шуның менән бергә илдә килеп тыуған иҡтисади хәлгә бәйле сәсеүҙе үткәреү өсөн байтаҡ аҡса тотоноласаҡ.
Республика Башлығы урындағы үҙидара органдарына ауыл хужалығы предприятиелары менән ерҙе оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға биреү буйынса килешеүҙәр төҙөүҙе әүҙемләштерергә ҡушты. Был ер ҡануниәтенең үҙгәреүенә, шул иҫәптән һәр гектар өсөн субсидиялар бүлеүҙең яңы ҡағиҙәләрен индереүгә бәйле.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса муниципаль берәмектәр етәкселәренә сәсеү кампанияһына әҙерлек буйынса штабтар булдырырға ҡушылды. Уларҙың бурысы – урындарҙа даими мониторинг үткәреү. Шулай уҡ район башлыҡтарына аҙыҡ-түлек запастары менән тәьмин итеүҙе контролдә тотоу бурысы ҡуйылды.
Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика