06:24 (UTC+5), 23 Января 2015

Башҡортостан 2014 йылда торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урынды биләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостан 2014 йылда тапшырылған торлаҡ күләме буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урынды биләй. Былтыр республикала 32,7 мең фатирлы 15,3 мең торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Яңы торлаҡ фондының дөйөм майҙаны 2 миллион 651 мең квадрат метр тәшкил итте. Был 2013 йылғы кимәлдән 6,7 процентҡа күберәк. Ошо хаҡта Башҡортостанстат хәбәр итә.
Абсолют күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында Татарстан икенсе урында килә: 2 миллион 404,2 мең квадарт метр. Өсөнсөлә — Һамар өлкәһе: 1 миллион 889,2 мең квадрат метр.
1000 кеше иҫәбенә йортто сафҡа индереү күрһәткесе буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында өсөнсө урында тора. Сыуашстан менән Пенза өлкәһе — лидерҙар рәтендә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика