12:07 (UTC+5), 22 Января 2015

Республикала күп фатирлы йорттарҙы ремонтлауҙа етешһеҙлектәр асыҡланған

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда 274 күп фатирлы йорттар буйынса капиталь ремонт ойоштороуҙа етешһеҙлектәр асыҡланған. Был республиканың Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты уҙғарған профилле программаны ғәмәлгә ашырыу барышын тикшереү һөҙөмтәһендә асыҡланған. Ошо хаҡта дәүләт комитеты етәксеһе Илдар Замалетдинов «Башинформ» агентлығының конференциялар залында журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе.
Былтыр ведомство ремонтланған 540 йорттоң 447-дә ревизия уҙғарған.
— Ҡайһылыр урында проект-смета документацияһы раҫланмаған йәки кәмселектәр исемлеге юҡ. Подряд ойошмаларын конкурс буйынса һайлап алыу тәртибен боҙоуҙар булған, — тип һөйләне Илдар Замалетдинов.
Дәүләт комитеты етәксеһе был техник күҙәтеү хеҙмәте, Төбәк операторы һәм урындағы үҙидараның эшләп еткермәүенә бәйле тип иҫәпләй.
Бөтә хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса бойороҡтар сығарылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика