10:55 (UTC+5), 21 Января 2015

Ғинуарҙа Башҡортостанда пенсиялар һәм социаль түләүҙәр 13 миллиард һумға яҡын тәшкил итте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда яңы йылдың ғинуарына Пенсия фондының пенсияға һәм башҡа социаль түләүҙәргә сығымдары 12 миллиард 770 һум тәшкил итте. Ғинуар айы өсөн пенсия ваҡытында һәм тулыһынса түләнгән, тип хәбәр иттеләр төбәктең пенсия ведомствоһынан.
Яңы йыл байрамдарында пенсияны ваҡытында килтереүҙе тәьмин итеү өсөн Пенсия фонды бүлексәһе документтарҙы ваҡытында әҙерләп, электрон документ әйләнеше системаһы буйынса почта элемтәһе ойошмаларына тапшырҙы. Әлеге көндә ғәмәлдә булған «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы аша пенсия таратыу системаһы байрам һәм ял көндәрендә пенсия килтереү ваҡыты тураһында алыусыларға алдан хәбәр итергә мөмкинлек бирә.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе 1 миллион 122 мең пенсионерға пенсия түләй. Уларҙың 49,8 проценты «Рәсәй почтаһы», ҡалғандары кредит ойошмалары аша хеҙмәтләндерелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика