13:48 (UTC+5), 16 Января 2015

Рөстәм Хәмитов: «Көрсөк мәле хәүеф түгел, яңы мөмкинлектәр осоро»

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Көрсөк мәле хәүеф, ниндәйҙер хис-тойғолар осоро түгел. 2014-2015 йылдарҙағы проблемаларҙы еңеп сығырбыҙ тип уйлайым. Хәйер, хәл ҡатмарлыраҡ. Сөнки беҙҙең банк берләшмәләре өсөн көнбайышта кредитлау сығанағы ябыҡ. Әммә был да яңы мөмкинлектәр осоро». Бөгөн, 16 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика бизнес-берләшмәләре вәкилдәре менән осрашыу барышында ошо хаҡта белдерҙе. Унда эре сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, шулай уҡ БР Хөкүмәте ағзалары һәм республиканың Cауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселеге ҡатнашты. Яҡтар килеп тыуған иҡтисади хәлдә эшҡыуарлыҡтың мөһим мәсьәләләрен тикшерҙе.
Башҡортостан иҡтисады үҫешкән, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙы асып.
— Беҙ илдең көслө сәнәғәт төбәге, — тине республика Башлығы. — Беҙҙә 20 миллиардтан ашыу әйләнеше булған бер нисә тиҫтә предприятие бар. 2014 йылда яҡшы эшләй аласағыбыҙҙы иҫбатланыҡ. Төп күрһәткестәребеҙ насар түгел. Сәнәғәт етештереүенең декабрҙәге индексы 103,5 процент кимәлендә, ә йыллыҡ күрһәткес 103 процент тирәһе буласаҡ (102,8-102,9). Капиталға инвестициялар 2013 йылға ҡарата 105 проценттан кәм булмаясаҡ. Һалымдар күләме лә 2013 йыл күрһәткестәренән биш процентҡа тиерлек артасаҡ. Төбәк тулайым продукты 2,1-2,3 процентҡа күтәреләсәк. Аңлашыла, был яҡынса һандар ғына, әммә улар аныҡланасаҡ.
Эш хаҡы үҫеше тураһында һөйләгәндә, республика Башлығы ошо күрһәткес буйынса «беҙ бөгөнгө көндә Волга буйы федераль округында һуңғы урынды биләйбеҙ» тип билдәләне. Үҫеш темпы — 100 проценттан аҙ ғына артыҡ, ә был ваҡытта төбәк лидерҙары 5-7 процентҡа үҫә, ә беҙ процент өлөшөнә генә. Хатта 10 процентҡа артҡан төбәктәр ҙә бар».
Республикала тарифтар үҫеше буйынса ла хәл ҡатмарлы. Республика етәксеһе торлаҡ төҙөлөшөндәге хәлде лә анализланы. Социаль күрһәткестәргә килгәндә, улар республикала насар түгел.
— Республикала 2014 йылдың 12 айында 59 694 бала тыуған. 60 меңгә еткерергә тигән план бар ине, аҙ ғына етмәне. Был 2013 йылдан күберәк —59 250 бала. 2012 йылда 59 180 сабый тыуған, 53,5 мең кеше вафат булған. Беҙҙә тәбиғи үҫеш бар, 6,5-7 мең кеше тирәһе. Тәбиғи үҫеш коэффициенты буйынса Татарстандан һәм Удмуртиянан ҡала Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды биләйбеҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Осрашыуҙың тулы стенограммаһы рсепублика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика