09:11 (UTC+5), 14 Ғинуар 2015

Башҡортостан сауҙа үҫешенә бюджет сығымдарын өстән бер өлөшкә арттыра

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 2013-2018 йылдарҙа «Башҡортостан Республикаһында сауҙаны үҫтереү» дәүләт программаһын республика бюджеты саралары иҫәбенә финанслау 32,2 процентҡа арта — 187,7 миллиондан алып 248 миллион һумға тиклем. Үҙгәрештәр рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә индерелгән.
Бюджеттан тыш сығанаҡтарҙы иҫәпкә алып программаны финанслауҙың дөйөм күләме 42 процентҡа — 428,3 миллиондан 606,7 миллион һумға тиклем арта.
Бөгөнгә республиканың тупланма бюджетында һалым керемдәрендә сауҙа өлөшө 10 процент тирәһе тәшкил итә. Ошо күрһәткес буйынса тармаҡ сәнәғәттән генә ҡалыша. Эш урындары һаны буйынса лидерҙар рәтендә, ул 200 меңдән ашыу кешене эш менән тәьмин итә. Тулайым төбәк продукты структураһында сауҙа өлөшө — 15 процент.
Программаны төҙөүселәр фекеренсә, тармаҡтың төп проблемалары — сикләнгән һатып алыу һәләте нигеҙендә инфляцияның юғары кимәле, инфрастуктураның етерлек үҫешмәүе, административ ҡаршылыҡтар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика