12:06 (UTC+5), 13 Января 2015

2015 йылда Башҡортостан ауыл хужалығын үҫтереүгә федераль бюджеттан 188 миллиард һум аласаҡ

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Ағымдағы йылда Башҡортостан биләмәһендә «2013-2020 йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү дәүләт программалары» сараларын тәьмин итеү 188 миллиард һум тирәһе тәшкил итәсәк. Был хаҡта ведомствоның киңәйтелгән оператив кәңәшмәһендә әйтелде. Төбәктә ошо документ нигеҙендә әҙерләнгән «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү» программаһы эшләй.
Быйыл документҡа бер нисә яңы программа индерелде, тип хәбәр итте Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко. «Һөт малсылығын үҫтереү», «Тоҡомсолоҡ эшенә, селекцияға һәм орлоҡсолоҡҡа ярҙам», «Агросәнәғәт комплексының финанс-кредит системаһын үҫтереү» һәм башҡалар.
Бынан тыш, дәүләт программаһы тарафынан эске баҙарҙа импортты алмаштырыуға ярҙам ҡаралған. Бының өсөн һөт һәм теплица комплекстары, йәшелсә һаҡлағыстар, селекция-генетик һәм селекция-орлоҡсолоҡ үҙәктәрен төҙөүгә һәм модернизациялауға, шулай уҡ күмәртәләп таратыу үҙәктәрен төҙөүгә бәйле сығымдарҙы ҡаплауға субсидиялар бүленәсәк. Шулай уҡ аграрийҙарға ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереүҙә ярҙам күрһәтеү планлаштырыла.
— Беҙ алдыбыҙҙҙа торған бурыстарҙың мөһимлеген аңларға һәм тармаҡты үҫтереүҙең өҫтөнлөктәрен билдәләргә бурыслы, — тине республиканың агоросәнәғәт комплексы башлығы Николай Коваленко.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика