10:14 (UTC+5), 12 Января 2015

Башҡортостанда декларация кампанияһы башланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда сираттағы декларация кампанияһы башланды, уның барышында граждандар 2014 йылда алған табышы тураһында иҫәп-хисап бирергә һәм һалым органдарына 3-НДФЛ формаһы буйынса декларациялар тапшырырға тейеш. Был хаҡта ведомствоның сайтында хәбәр ителә.
Һалым декларацияларын шәхси эшҡыуарҙар, шәхси практика менән шөғөлләнеүсе нотариустар, адвокат кабинеттарын асҡан адвокаттар, 2014 йылда табыш алған физик шәхестәр бирергә бурыслы.
Декларацияны хатаһыҙ тултырыу өсөн Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтының тейешле бүлегендә «Декларация 2014» программаһын файҙаланырға мөмкин.
3-НДФЛ формаһы буйынса декларацияны 2015 йылдың 30 апреленә тиклем бирергә була.
Бынан тыш, граждандар һалым өсөн тотоп ҡалынған аҡсаға хоҡуҡлы. Тейешле документтар тапшырғанда һалым ташламаһы 2014 йылда тотонолған сығымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтарырға мөмкинлек бирә. Декларацияны уҡыу өсөн түләү, ипотека кредиты өсөн проценттар һәм башҡа сығымдар буйынса ташламаға дәғүә итеүсе граждандар тапшыра ала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика