ӨФӨ, 2014 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. «Башинформ» агентлығы алдан хәбәр иткәнсә, юғары экологик стандарттарҙың талабын иҫәпкә алып төҙөлгән һәм ENES-2014 Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында
еңеү яулаған республикалағы беренсе энергия һөҙөмтәле йорт эксперттар тарафынан хуплау тапты һәм башҡа төбәктәрҙә
ғәмәлгә ашырырға тәҡдим ителде.