12:10 (UTC+5), 26 Декабря 2014

Башҡортостан йүнселдәре бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү саралары буйынса тәҡдимдәр әҙерләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Йома көндө «Башинформ» агентлығының конференциялар залында үткән түңәрәк өҫтәлдә эшҡыуарҙар һәм уларҙың мәнфәғәтендәге йәмәғәт ойошмалары бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса көрсөккә ҡаршы сараларҙы тикшерҙе. Банктарҙың процент ставкалары артыуы шарттарында бәләкәй эшҡыуарлыҡты кредитлау һәм әҙер продукцияны сауҙа селтәрендә һатыу төп темаларҙың береһе булды.
«Россельхозбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк филиалы директоры урынбаҫары Ринат Макулов әйтеүенсә, Үҙәк банктың төп процент ставкаһын күтәреүе банктарҙың кредит буйынса процент ставкаһын арттырыуға килтерҙе. 25 декабрҙән «Россельхозбанк» йылына 25 процент менән кредит бирә башлаған. Ринат Макулов күҙаллауынса, яҡын араларҙа Үҙәк банк ставкаһын кәметәсәк, ул саҡта йүнселдәргә күпкә уңайлыраҡ шарттарҙа кредит алыу мөмкинлеге буласаҡ.
Республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Рәмил Бигнов һүҙҙәренсә, етештереүселәргә йылына 25 процент менән кредит биреү, бер яҡтан, төп продукцияға хаҡтарҙың 30-40 процентҡа артыуына, икенсенән, бәләкәй эшҡыуарлыҡтың юҡҡа сығыуына килтереүе мөмкин.
Әлеге шарттарҙа эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса иң әһәмиәтле сара — кредит буйынса процент ставкаһын субсидиялау. Фекер алышыуҙа ҡатнашыусы эшҡыуарҙар ошо механизмдың еренә еткереп эшләнмәүен белдерҙе.
Республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Рәмил Бигнов иҫәпләүенсә, ошо килеп тыуған хәл кисектергеһеҙ саралар күреүҙе һәм бөтә структураларҙың, шул иҫәптән монополияға ҡаршы ведомствоның һәм банктарҙың берҙәм эшләүен талап итә.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар урындағы етештереүселәр ритейлерҙарға бәйле булмаһын өсөн шәхси сауҙа селтәрен үҫтереү кәрәклеген билдәләне.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика