10:09 (UTC+5), 26 Декабря 2014

2015 йылда әсәлек капиталы күләме 453 мең һумдан ашыу тәшкил итәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2015 йылда әсәлек капиталы 453 мең 26 һум тәшкил итәсәк, тип хәбәр итте Рәсәй Пенсия фонды идара ағзаһы, Башҡортостан буйынса бүлек идарасыһы Фоат Хантимеров.
Сертификатты алыу өсөн 2016 йылдың 31 декабренә тиклем бала тыуырға йәки уллыҡҡа алынырға тейеш. Шуның менән бергә сертификатты алыу һәм уның менән файҙаланыу ваҡыты сикләнмәгән.
Башҡортостанда әсәлек капиталын файҙаланып 130 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Уларҙан 91,5 ғаилә әсәлек капиталы менән 33 миллиард һумға торлаҡ кредиттарын өлөшләтә йәки тулыһынса ҡаплаған. Тағы ла 38,5 ғаилә кредит алмайынса, торлаҡ һатып алыуға, төҙөүгә йәки реконструкциялауға 8,4 миллиард һум күләмендә әсәлек капиталы сараларын йүнәлтеп, торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Дөйөм сумма — 11 миллиард һумдан ашыу.
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙан тыш, әсәлек капиталы саралары балаларға белем биреүгә йәки мәғариф учреждениеларында балаларҙы ҡарауға һәм әсәнең — сертификат хужаһының буласаҡ пенсияһын арттырыуға йүнәлтелгән. Район һәм ҡалаларҙағы Пенсия фонды идаралыҡтарына 164 миллион һум суммаға балаларын уҡытыуға 3,5 мең, 7,4 миллион һумға аҡсаларын буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөнә күсерергә теләүселәрҙән 112 ғариза ҡабул ителгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика