12:31 (UTC+5), 24 Декабря 2014

«Башнефть» бензинға хаҡты кәметте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бензинды ваҡлап һатыу хаҡтарын кәметте. Компаниянан хәбәр итеүҙәренсә, 24 декабрҙән «Башнефть» автозаправкаларында был яғыулыҡ төрөнөң литры 20 тингә арзанайҙы.
Шулай итеп, Премиум Евро-95 маркалы бензиндың бер литры 34,8 һум, Регуляр Евро-92 — 31,2 һум, Atum-92 — 31,7 һум, Нормаль-80 — 30,4 һум тәшкил итә. Евро (бер литры 34,5 һум) һәм Супер-98 (37,3) яғыулыҡтарының хаҡтары үҙгәрешһеҙ ҡалды.
Был инде декабрҙә «Башнефть» заправкаларында хаҡтарҙы икенсе тапҡыр кәметеү: 11 декабрҙә бензиндың бөтә төрҙәре 10 тингә арзанайҙы.
Ваҡлап һатыу хаҡтарының кәмеүе баҙар конъюктураһының үҙгәреүенә һәм эске баҙарҙа мотор яғыулығына һорауҙың кәмеүенә бәйле, тип аңлаттылар «Башнефть» компанияһында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика