06:08 (UTC+5), 23 Декабря 2014

Өфөнөң боҙ ҡаласыҡтарында Яңы йыл йәрминкәләре башлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 25 декабрҙә Өфөлә Яңы йыл йәрминкәләре башлана. Бөтә райондарҙа ла шыршы ҡаласыҡтары биләмәһендә сауҙа киоскылары эшләйәсәк. Ай дауамында унда республика етештереүселәренең, шул иҫәптән «Мәктәп туҡланыу үҙәге» муниципаль унитар предприятиеһы һәм «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы продукцияһы һатыласаҡ. Был турала Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Бынан тыш, 4-5 һәм 9-10 ғинуарҙа баш ҡаланың бер нисә майҙанында ауыл хужалығы йәрминкәләре эшләйәсәк. Һатыу итеү «Моторҙар төҙөүсе», Йәштәр һарайы алдындағы майҙандарҙа, С.Перовская һәм А.Мөбәрәков, СССР-ҙың 50 йыллығы һәм Р.Зорге урамдары киҫелешендә (Спорт һарайы эргәһендә), «Тулҡын» скверы ҡаршыһында ойоштороласаҡ.
Йәрминкәләрҙә Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарына арналған мәҙәни саралар уҙғарыу ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика