06:46 (UTC+5), 19 Декабря 2014

2015 йылдың ғинуарында Башҡортостанда электр энергияһына тарифтар үҙгәрмәйәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Энергия һатыу компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2015 йылдың ғинуарында электр энергияһына тарифтар үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ. Башҡортостан Республикаһы Тарифтар буйынса дәүләт комитетының шуға ярашлы ҡарары киләһе йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә. Әммә 2015 йылдың икенсе ярты йыллығында тарифтарҙың артыуы күҙаллана.
Атап әйткәндә, электр плитаһы булмаған өйҙәрҙә йәшәүсе ҡала кешеләре электр энергияһы өсөн 20 тингә артығыраҡ түләйәсәк. Хаҡы — 2,55 һум, ә электр плитаһы ҡуйылған йорттарҙа түләүҙәр 14 тингә артасаҡ һәм 1,79 һум тәшкил итәсәк. Ауыл ерендәгеләр өсөн тариф шулай уҡ 14 тингә күтәреләсәк һәм 1,79 һум тәшкил итәсәк.
Был хаҡтар электр энергияһы өсөн бер тарифлы иҫәп приборҙары буйынса түләгән ҡулланыусыларға ҡағыла.
Тәүлек зонаһына бүленгән тарифтар буйынса түләгән граждандар өсөн декабрь айында уҡ үҙгәрештәр булды. Улар менән Энергия һатыу компанияһының сайтында танышырға мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика