10:42 (UTC+5), 17 Декабря 2014

Импортты алмаштырыу өҫтөндә эшләү өсөн төбәктәргә дөйөм стратегия кәрәк — Рөстәм Хәмитов

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Импортты алмаштырыу буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттарының эшмәкәрлеге килешелгән һәм берҙәм стратегия нигеҙендә төҙөлөргә тейеш, тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.
— Импортты алмаштырыу, яңы тауарҙар етештереү буйынса эшмәкәрлек федераль үҙәктән дә сикләнергә тейеш. Беҙ тарҡау эш итергә тейеш түгел. План буйынса эшләргә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов «РБК» телеканалына биргән интервьюһында.
Шул уҡ ваҡытта импортты алмаштырыу үҙмаҡсат булып тормай.
Дөйөм алғанда, Рөстәм Хәмитов «беҙҙә төрлө яҡлы иҡтисад» һәм «бөтә йүнәлештәр буйынса ла үҙебеҙҙе ышаныслы тоябыҙ », шул иҫәптән ауыл хужалығында ла. Башҡортостанда уңайлы инвестиция мөхите, рейтингтар быға дәлил булып тора.
— Инвесторҙарҙың бөгөнгө эшенә килгәндә, беҙ заманса, уңайлы эш шарттары булдырабыҙ һәм ошо тактиканы дауам итәбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты. — Хәҙерге көндә беҙҙә инвестиция үҫеше үткән йыл менән сағыштырғанда яҡынса 105-106 процент тәшкил итә. Был ҡәнәғәтләнерлек. Ҙур, сәнәғәт яғынан үҫешкән республика өсөн был һандар насар түгел. Был 10 айҙың күрһәткесе. Беҙ инвестиция, сәнәғәт етештереүсәнлеге индексы йәһәтенән йылды уңышлы тамамлаясаҡбыҙ. Һалымдар буйынса ла уҙған йылға ҡарата күберәк, 107-108 процент буласаҡ. Дөйөм алғанда, иҡтисади күрһәткестәребеҙ насар түгел. Әлбиттә, киләһе йылда билдәле бер хәүеф барлығын аңлайбыҙ.
Рөстәм Хәмитовтың «РБК» телеканалына биргән интервьюһы БР Президентының рәсми сайтында бирелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика