12:36 (UTC+5), 16 Декабря 2014

Киләһе йылда «500 ферма» программаһында ҡатнашыусылар ныҡлы һайлап алынасаҡ — Ауыл хужалығы министрлығы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Республикалағы ҡайһы бер хужалыҡтар программа сиктәрендә планлаштырылған һөҙөмтәләргә ирешә алманы һәм бүленгән дәүләт субсидияларын кире ҡайтарырға тейеш буласаҡ. Был турала ағымдағы йылдың һөҙөмтәләре һәм 2015 йылға бурыстар буйынса райондар менән профиллле видеоселектор кәңәшмә барышында Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко белдерҙе.
Ведомство етәксеһе программаның бурыстарын үтәй алмаған хужалыҡтарҙы атаны. Улар араһында Күгәрсен районының «Октябрьское», Ейәнсура районының «Импульс» йәмғиәте, Бишбүләк районының М.Горький исемендәге СПК-һы, Өфө районының Цюрупа исемендәге агорофирмаһы һәм Бүздәк районының «Тармыш» йәмғиәте бар. Бында малдар һаны һәм етештереү күләме кәмегән, был иһә программа шарттарына тап килмәй.
«500 ферма» программаһын ғәмәлгә ашырыу осоронда уға 200-ҙән ашыу һөтсөлөк-тауар хужалығы ҡушылған. Николай Коваленконың һүҙҙәренсә, ошо ваҡыт эсендә 304 малсылыҡ бинаһы, 34 силос-сенаж ҡоролмалары яңыртылған һәм төҙөлгән, 5,5 мең тоҡом малы һатып алынған. Дәүләт ярҙамына 1,3 миллиард һум йүнәлтелгән.
2015 йылда программаны тормошҡа ашырыу дауам итәсәк. Николай Коваленко әйтеүенсә, унда 57 предприятие ҡатнашырға иҫәп тота.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика