Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Декабрь 2014, 10:39

Эксперт РА версияһы буйынса, инвестиция мөхите рейтингында Башҡортостан үҙ позицияһын нығытты

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. «Эксперт РА» версияһы буйынса, Башҡортостан инвестиция мөхите-2014 рейтингында Татарстан һәм Белгород өлкәһе менән бер рәттән «Уртаса потенциал — минималь хәүеф (2А)» төбәктәренең икенсе төркөмөндә. Һуңғы йылда республика рейтингта үҙ позицияһын нығытты: 2013 йылда Башҡортостан «Уртаса потенциал — урта кимәлдәге хәүеф (2В)» рейтингын алды. «Төбәктәрҙең инвестиция йәлеп итеүсәнлеге-2014» тикшеренеү һөҙөмтәләре рейтинг агентлығының рәсми сайтында баҫылған.
Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург һәм Краснодар крайы — «Уртаса потенциал — минималь хәүеф (1А)» лидерҙары төркөмөндә.
Рейтингты төҙөгәндә Рәсәй Федерацияһы субъекттары инвестиция потенциалы һәм инвестиция хәүефе буйынса баһаланды. Интеграль инвестиция хәүефе кимәле буйынса төбәк бер йыл эсендә 19-сы урындан 13-гә күтәрелгән.
Йыл эсендә уртаса ил кимәлендәге инвестиция хәүефе 1,3 процентҡа артҡан. Аҙ бюджетлы субъекттар һаны 13 процентҡа, 77-гә тиклем үҫкән. Дефицитты ҡаплау өсөн төбәктәр бурысты арттырырға мәжбүр. 2014 йылдың өсөнсө кварталында үҙ килемдәрендә 50 проценттан ашыу дәүләт бурысы булған төбәктәр һаны 41-гә еткән, ә 2013 йылдың ошо уҡ осоронда – 34.
1 ноябргә Башҡортостандың тупланма бюджетының килеме – 136 миллиард һум. Төбәк бюджеты дефициты 1,6 миллиард һум тәшкил иткән. Республиканың Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 1 ноябргә дәүләт бурысы 24, 2 миллиард йәки 17,8 процент килем тәшкил иткән, шул иҫәптән 13,1 миллиард һум – ҡиммәтле ҡағыҙҙар, 6,1 миллиард һум – бюджет кредиттары, 4,5 миллиард һум – һумлыҡ банк кредиттары, 458,8 миллион һум – дәүләт гарантиялары.
Читайте нас