07:05 (UTC+5), 12 Декабрь 2014

Башҡортостан – һатып алыуҙар асыҡлығы буйынса милли рейтинг лидерҙары рәтендә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостан «Һатып алыуҙар асыҡлығы буйынса милли рейтинг-2014» проекты һөҙөмтәләре буйынса «гарантияланған асыҡлыҡ» категорияһында юғары балл йыйған төбәк лидерҙары иҫәбенә инә, тип хәбәр иттеләр республиканың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Рейтинг лидерҙары асыҡ һәм һөҙөмтәле эшләй, уларҙың эшмәкәрлеге конкуренция кимәленең юғары булыуы һәм мәғлүмәт асыҡлығы менән айырылып тора, тип аңлатма бирҙеләр проекттың ойоштороу комитетында.
2014 йылдың рейтингы контракт системаһы тураһында яңы закон положениеларын иҫәпкә алып төҙөлдө. Һатып алыуҙар өлкәһен күҙәтеү һәм иң яҡшы тәжрибәләр эҙләү – проекттың мөһим бурыстарының береһе. Тикшереү барышында 2,5 миллиондан ашыу һатып алыу тәртибе ҡаралған, уларҙың дөйөм күләме – яҡынса 6,7 триллион һум.
Йомғаҡ яһағанда zakupki.gov һәм «Росстат»тың рәсми сайттары, төбәк һәм муниципаль берәмек, шулай уҡ дәүләт, муниципаль заказ биреүселәрҙең һәм дәүләт компанияларының мәғлүмәттәре файҙаланылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика