06:30 (UTC+5), 08 Декабря 2014

Башҡортостан халҡы 31 декабргә тиклем адреслы социаль түләүҙәрҙе рәсмиләштерә ала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
2014 йылдың уртаһынан алып Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә яңы тарифтарҙы раҫланы. Республикала йәшәүселәрҙең финанс йөкләмәләрен кәметеү һәм төбәк бюджетынан сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн республика Хөкүмәте 1 июлдән адреслы социаль түләүҙәр индерҙе. Был компенсация түләүҙәренең дөйөм үҫеше 12 проценттан юғары булған ҡулланыусыларға ҡағыла.
Адреслы социаль түләүҙәр алыу өсөн 31 декабргә тиклем идара итеүсе компанияға, Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәккә йәки Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Түләүҙәрҙе алыу өсөн мотлаҡ шарт – элек күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн бурыстарҙың булмауы.
«БашРТС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 декабргә идара итеүсе компанияларҙың һәм физик шәхестәрҙең йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн компанияға булған бурысы 2,6 миллиард һум тәшкил итә. 2014 йылдың башынан алып был һан ике тапҡырға тиерлек артҡан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2015 йылдың 1 ғинуарынан 2018 йылдың 31 декабренә тиклем граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәре үҫешенең сикке индексы. 2015 йылда граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәре үҫешенең сикке индексы (1 июлдән 2015 йылдың 31 декабренә тиклем) 14,3 процент тәшкил итәсәк. 2016 йылға сикке индекс махсус формула буйынса иҫәпләнәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика