Ағымдағы йылдың октябрь аҙағында республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары
шуға ярашлы закон ҡабул итте, ә ноябрҙә Өфө ҡала советы парламентарийҙары ла һалым күләмен билдәләне. Ул объекттың кадастр хаҡынан 0,1-ҙән 2 процентҡа тиклем тирбәлә. Кадастр хаҡын Росреестр сайтында
кадастр картаһынан ҡарап белергә мөмкин.