04:33 (UTC+5), 05 Декабрь 2014

Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институты һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 4 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институты (ВИАМ) генераль директоры Евгений Каблов «Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институты» федераль дәүләт унитар предприятиеһы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙылар. Ул химия һәм металлургия сәнәғәтендә, авиация двигателдәре, транспорт саралары һәм электрон ҡорамалдар етештереүҙә ҡулланырға мөмкин булған яңы быуын материалдарын һәм энергоэффектив технологияларҙы индереү, уларҙы перспективалы изделиелар булдырыуҙа эшкәртеү өлкәһендәге төбәк предприятиелары менән ғилми-техник эш итеүҙе күҙ уңында тота.
Хеҙмәттәшлек тураһында тағы ла бер килешеү «Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институты» федераль дәүләт унитар предприятиеһы һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты араһында төҙөлдө. Ул уҡытыу-методик, ғилми, кадрҙар һәм профессиональ белем биреүҙә мәғлүмәти тәьминәт тармағында, шулай уҡ ҡорос һәм иретмәләр металлургияһы, композиция һәм полимер материалдары кеүек өлкәләрҙәге ғилми-тикшеренеү һәм инновацион эшмәкәрлектә бергәләп эшләүҙе ниәт итә.
Рөстәм Хәмитов институттың алдынғы эштәре күрһәтелгән күргәҙмәне ҡараны һәм генераль директор Евгений Каблов менән хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тикшерҙе.
- Инженер булараҡ проектлауҙа, конструкциялар ҡороуҙа, яңы машиналар, авиация двигателдәре, яңы конструкциялар эшләүҙә заманса конструкция материалдары роленең ни тиклем мөһим булғанын мин ап-асыҡ аңлайым. Ҡеүәтле, көслө, заманса, динамик үҫешеүсән институтығыҙ менән эш итеү – Башҡортостан Республикаһы өсөн бик мөһим, — тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәк етәксеһе Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институты менән хеҙмәттәшлектең республика предприятиеларын яңыртыу процесына тәьҫир итәсәген билдәләне.
- Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер төркөм тармаҡтар иҫкесә эшләй. Илебеҙҙе артҡа тартҡан тәжрибәнең күпләп артыуы бара. Һис шикһеҙ, беҙ иң заманса, алдынғы технологияларҙы ҡулланырға тейеш. Бөгөнгө презентация бер нисә республика предприятиеларының заманса ҡалыпта, беҙҙең менән эшләй башлауын күрһәтте. Заманса ғилми белем һәм практика өлгөләрен индереү өсөн башҡа тармаҡ етәкселәренән дә ошондай хеҙмәттәшлекте талап итәсәкбеҙ, — тип айырып әйтте Башҡортостан Президенты.
Предприятие генераль директоры Евгений Каблов Рөстәм Хәмитовҡа институт эшмәкәрлегенә иғтибар иткәне өсөн рәхмәт әйтте һәм артабанғы тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙарын белдерҙе.
- Республика етәксеһе ҡыҙыҡһыныу белдергән, кешеләр беҙҙең нимә тәҡдим иткәнебеҙҙе дөрөҫ баһалай һәм аңлай алған төбәк менән эшләүе һәм уға ярҙам итеүе ҡыуаныслы, — тине Евгений Каблов.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика