07:03 (UTC+5), 04 Декабря 2014

Башҡортостан Урман хужалығы ылыҫлы ағастар орлоҡтары туплай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басыров/. Ылыҫлы урмандарҙы тергеҙеүгә Башҡортостанда йыл башынан алып 3680 килограмм ылыҫлы орлоҡ тупланған, ул планлаштырылған күләмгә ҡарағанда 80 килограмға күберәк, тип хәбәр иттеләр республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
- Иң күберәге ябай ҡарағай орлоҡтары йыйылған – ике мең килограмм самаһы. Яҡынса бер мең килограмм – шыршы орлоғо. Ҡалғаны – ҡарағас орлоҡтары, — тип хәбәр итә Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәре Зөһрә Вәисова.
Орлоҡ йыйыу дауам итә. Зөһрә Вәисованың әйтеүенсә, тубырсыҡ йыйыу урман питомниктары һәм буласаҡ урмандар өсөн яҡшы нигеҙ һалырға мөмкинлек бирәсәк. Урман хужалығы министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, 2014 йылда урмандарҙы тергеҙеү эше Башҡортостанда 10479 гектар планда 10586 гектар майҙанда башҡарылған. Ултыртылған урмандарҙың 90 процентын ылыҫлы тоҡомдар (шыршы, ҡарағай, ҡарағас) тәшкил итә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика