11:10 (UTC+5), 03 Декабря 2014

Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстан бергәләп туризмды, еңел сәнәғәтте һәм транспортты үҫтерергә ниәтләнәләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басыров/. Ҡырғыҙстан Премьер-министры Джоомарт Оторбаев Башҡортостандың тегеү тармағы өсөн тура текстиль поставкаларын яйға һалырға тәҡдим итте. Бының хаҡта ул республиканың сәнәғәт һәм ауыл хужалығы потенциалы презентацияһында белдерҙе. Ул урындағы предприятиеларҙың сеймалды аралашсылар аша алыуы менән бәйле.
Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Алексей Карпухин урындағы фабрикаларҙың Ҡырғыҙстан менән эш итеүен билдәләне.
- Республика предприятиелары еңел сәнәғәтте модернизациялауға йүнәлтелгән бер нисә проектты ғәмәлгә ашыра, әммә тармаҡ сифатлы сеймал менән күберәк тәьмин итеүҙе талап итә. Атап әйткәндә, «Башҡортостан текстиль комбинаты» Ҡырғыҙстан менән туҡыма сеймалын поставкалау буйынса хеҙмәттәшлек итә. Фабриканың етештереү ҡеүәттәре йылына 90 мең погон метрына тиклем техник туҡыма сығарыу мөмкинлегенә эйә, шулай уҡ сығарылған продукцияның исемлеген һәм күләмдәрен киңәйтеү мөмкинлеге бар, — тине Алексей Карпухин.
Бынан тыш, Ҡырғыҙстан Премьер-министры Өфө һәм Бешкәк араһында тимер юл логистикаһын яҡшыртырға тәҡдим итте. Джоомарт Оторбаев ике республикаға туристар ағымын арттырыу кәрәклеге хаҡында белдерҙе.
- Беҙҙә әлегә тиклем, шул иҫәптән Ысыҡкүл буйында, профсоюз шифаханалары бар. Улар нигеҙендә социаль туризм өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе үҫтерә алыр инек. Был юғары түләү талап иткән биш йондоҙло отелдәр түгел, ә ғәҙәттәге урта кимәлдәге ҡунаҡханалар, — тип билдәләне Ҡырғыҙстан Хөкүмәте башлығы.
Уҙған презентация һөҙөмтәләре буйынса Джоомарт Оторбаев Хөкүмәткә ике республика араһында мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү планын әҙерләргә ҡушыуын хәбәр итте.
Шулай уҡ киләһе аҙнала Башҡортостан Ҡырғыҙстанға сәнәғәт һәм сауҙа даирәһе вәкилдәренән торған бизнес-миссияны йүнәлтергә ниәтләнә.
- Был сәфәр уртаҡ эш тураһында тәүге килешеүҙәр төҙөү өсөн башланғыс булып торасаҡ. Ҡырғыҙстан беҙгә рухи яҡтан да, ысынбарлыҡты тойоу буйынса ла яҡын, әлбиттә, артабан да бергәләп эшләйәсәкбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика