11:55 (UTC+5), 02 Декабря 2014

Республикала даими эшләүсе бизнес-майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басыров/. Өфөлә шишәмбе башланған Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарлыҡ аҙналығы даими майҙансыҡты булдырыуҙа башланғыс нөктәгә әйләнергә тейеш. Төрлө кимәл бизнесының аралашыуы уның төп маҡсаты буласаҡ.
Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров бизнес-майҙансыҡтың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм «Башкомснаббанк»тың финанс булышлығы ярҙамында эшләйәсәген билдәләне.
- Практика күрһәтеүенсә, бындай осрашыуҙар ойошторған саҡта эшҡыуарҙарҙың 10 процент самаһы республика эсендә үҙенә уҙаҡташтар таба. Яңыраҡ ҡына 80 кешенән торған беҙҙең делегация Ҡытайға барғанда, ошо делегация эсендә генә 10 кеше бер-береһен табып, хеҙмәттәшлек итергә килеште. Шуның өсөн Ҡытайға барырға кәрәк инеме? — тине Юрий Пустовгаров эшлекле форумда ҡатнашыусылар менән осрашыуҙа.
Ойоштороласаҡ майҙансыҡтың онлайн режимында эшләүе күҙаллана.
- Төп мәсьәләләр теҙмәһен «өҫтә», хөкүмәттә түгел, ә эшҡыуарҙар үҙҙәре әҙерләйәсәк. Республикала Эшҡыуарлыҡ аҙнылығының дүрт көн эшләүе ваҡытында көнүҙәк һорауҙар йыйыласаҡ һәм һуңынан уларҙың иң киҫкендәре 2015 йылдың ғинуар-февралендә уҙасаҡ түңәрәк өҫтәлдәргә һәм семинарҙарға сығарыласаҡ. Шулай уҡ тармаҡтар буйынса эшҡыуарҙар ассоциацияларын ойошторорға ниәтләнәбеҙ, — тип һөйләне Юрий Пустовгаров.
Эшҡыуарлыҡ буйынса даими эшләүсе майҙансыҡ ҡатнашыусылары төбәктә билдәле ташламалар менән файҙалана аласаҡ.
- Майҙансыҡтың һәр ҡатнашыусыһына «Башкомснаббанк» шәхси кабинет асасаҡ, ә 2015 йылдың февралендә республика эшҡыуарҙары өсөн банк карталары сығарасаҡбыҙ. Былар барыһы ла бушлай буласаҡ. Уның сиктәрендә төбәгебеҙ баҙарында күрһәтелгән төрлө-төрлө хеҙмәттәр буйынса ташламалар менән дисконт клубы булдырасаҡбыҙ, — тип хәбәр итте Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика