04:57 (UTC+5), 27 Ноябрь 2014

Рөстәм Хәмитов Италияла Башҡортостандың инвестиция потенциалы презентацияһын уҙғарҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Рөстәм Хәмитов рәсми сәфәр менән Италияла. 26 ноябрҙә Миланда Башҡортостан Президенты республиканың иҡтисади һәм инвестиция потенциалы презентацияһын уҙғарҙы.
Үҙ сығышында Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһының иң индустриаль үҫешкән ун субъектына инеүен билдәләне. Төбәк иҡтисады үҫешенең төп инвестиция йәлеп итеүсән йүнәлештәре – яғыулыҡ-энергетика комплексы, машина эшләү, ауыл хужалығы. Бөгөн республикала фармацевтика, мәғлүмәти технологиялар, наноматериалдар, биохимия һәм радиоэлектрон етештереү кеүек өлкәләрҙә 15-ләгән кластер формалаша.
Башҡортостан Президенты республикалағы яҡшы эшлекле хәлдең урынлашыуын билдәләне. Ул халыҡ-ара рейтинг агентлыҡтарының юғары баһалары менән дәлилләнә. Бында инвесторҙар менән эшләү өсөн төбәк ҡануниәте менән нығытылған илдәге иң яҡшы шарттар булдырылған.
Италия төбәктәре менән эш итеүҙең иң уңайлы форматы тип Рөстәм Хәмитов, башҡа илдәр менән хеҙмәттәшлек барышында үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫлаған, «R2R» – «Region to Region» моделен атаны. Башҡортостан Президенты бындай хеҙмәттәшлекте бергәләп көсәйтергә һәм Италия бизнесмендарын 2015 йылда Өфөлә уҙасаҡ, ШОС һәм БРИКС илдәренең эшлекле советтарында ҡатнашырға саҡырҙы.
Презентациянан һуң Рөстәм Хәмитов Италияның эшлекле даирәһе менән осрашыу уҙғарҙы. Машина эшләү, еңел сәнәғәт, медицина өлкәләрендә уртаҡ предприятиелар төҙөү итальяндар менән эш алып барыуҙа өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булыуы ихтимал. Атап әйткәндә, «CAMOZZI» компанияһы етәкселеге менән осрашыуҙа станоктар эшләү өлкәһендә хеҙмәттәшлек перспективалары тикшерелде. «ESAOTE» компанияһы вәкилдәре менән осрашҡанда Башҡортостанда медицина ҡорамалдары етештереү мәсьәләләре ҡаралды.
Италия Башҡортостандың биш иң эре тышҡы сауҙа уҙаҡташы исемлегенә инә. 2013 йылда тышҡы сауҙа әйләнеше 1,2 миллиард доллар тәшкил иткән, өҫтәүенә был сумманың 90 проценттан ашыуы экспорт поставкаларына тура килә. Республиканың Италияға поставкалаған төп тауарҙары иҫәбендә нефть һәм нефть продукттары. Республикаға машина эшләү, химия һәм металлургия сәнәғәте продукциялары индерелә. Башҡортостан иҡтисадында тупланған Италияның инвестициялар күләме 2013 йыл аҙағына 1,9 миллион доллар тәшкил иткән, 13 уртаҡ предприятие эшләй.
«ESAOTE» («ЭЗАОТЕ») компаниялар төркөмө – иң эре медицина диагностика системаларын, шул иҫәптән ультратауыш сканнерҙары, махсуслаштырылған МРТ-системалары һәм диагностика процедуралары менән идара итеү өсөн программа тәьминәтен етештереүселәрҙең береһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика