09:56 (UTC+5), 25 Ноября 2014

Торлаҡты сафҡа индереү буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беренсе урынды биләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. 2014 йыл башынан алып Башҡортостанда төрлө финанслау сығанаҡтары иҫәбенә 2,07 миллион квадрат метр торлаҡ, йәки 23,7 мең фатир һалынған, тип хәбәр итә Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә һылтанма яһап Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Ул 2013 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 11,7 процентҡа күберәк. Бер мең кешегә 510 «квадрат» яңы торлаҡ майҙаны тура килә. Шулай итеп, республика торлаҡты сафҡа индереү буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беренсе, халыҡ һанына яңы квадрат метр иҫәбе буйынса икенсе урынды биләй.
Шәхси төҙөүселәр үҙ иҫәбенә һәм кредиттар ярҙамында 13,4 мең торлаҡ төҙөгән. Төҙөлөштөң дөйөм майҙаны 1,5 миллион квадрат метр. Торлаҡ төҙөлөшө структураһында уларҙың өлөшө 73,3 процент тәшкил иткән. Республика предприятиелары һәм ойошмалары сафҡа индергән торлаҡ күләме 2013 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса 38,2 процентҡа үҫкән һәм 553,6 мең «квадрат» тәшкил иткән, уларҙың 59,5 меңе эконом класлы торлаҡ стандарттарына тап килә.
Рейтингтың икенсе урынында — йәмғеһе 1,9 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индереп, Татарстан Республикаһы, өсөнсөлә Һамар өлкәһе — 1,09 миллион.
Өфөлә былтыр 817 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, ул 2012 йылға ҡарағанда алты процентҡа күберәк. Был күрһәткес буйынса Өфө миллионлы ҡалалар араһында Новосибирскиҙан, Дондағы Ростовтан, Силәбенән һәм Екатеринбургтан ҡалышып бишенсе урынды биләй. 2014 йылдың аҙағына тиклем 880 мең «квадрат» сафҡа индереү күҙаллана. 2017 йылға йыл һайын торлаҡты сафҡа индереү күләмен бер миллион квадрат метрға тиклем арттырыу планлаштырыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика