10:52 (UTC+5), 25 Ноябрь 2014

«Бухгалтер-профессионал 2014» республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде

ӨФӨ, 2014 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Өфөлә, «Респект» Хокуҡ компанияһының конференц-залында Федераль ҡаҙналыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығы, «Респект» Хокуҡ компанияһы, «Өфө Эшҡыуарҙар союзы» коммерцияһы булмаған уҙаҡташлыҡ, «Аудит-Эксперт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте аудитор фирмаһы, СКБ «Контур» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төбәк вәкиллеге ойошторған «Бухгалтер-профессионал 2014» бишенсе асыҡ конкурсты ябыу тантанаһы уҙҙы.
Конкурс жюриһы еңеүселәрҙе иғлан итте. «Һалым һалыу» номинацияһында беренсе урынға Гөлфиә Ғәлиева («Башбакалея» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте) лайыҡ булды. «Бухгалтер иҫәбе» номинацияһында Ольга Белоклокова («Салаватнефтехимремстрой» асыҡ акционерҙар йәмғиәте) еңде. Ул шулай уҡ мөмкин булған 85 балдан 83-те йыйып конкурс Гран-приһын яуланы.
«КонсультантПлюс» хоҡуҡи белешмә системаларында хоҡуҡи мәғлүмәт эҙләү» номинацияһында беренсе урынды Эльвира Сәлимова («Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Белорет электр селтәрҙәре» етештереү бүлексәһе) биләне.
«Электрон документ әйләнеше» номинацияһында наградаға Гөлфиә Ғәлиева («Башбакалея» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте), Әлфиә Гәрәева («Коммунпромстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) һәм Венера Янаева (Бүздәк үҙәк район дауаханаһы) лайыҡ булдылар.
Бынан тыш, ойоштороусылар «Отчетлыҡ виртуозы», «Теория менән практиканы оҫта алып барыу», «Үҙ ҡарашыңды ышандырырлыҡ итеп тасуирлау» һәм «Креатив алым» тигән өҫтәмә номинациялар булдырған, уларҙа шулай уҡ еңеүселәр билдәләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика