05:46 (UTC+5), 24 Ноября 2014

Ҡырмыҫҡалы районында емеш-еләк питомнигын тергеҙеү күҙаллана

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул иткән саҡта Ҡырмыҫҡалы районында тыуған, хәҙер Өфөлә йәшәүсе Сергей Заруцкий республика башлығына Боҙаяҙ емеш-еләк питомнигындағы хәлде һөйләне. Алма, ҡурай еләге, сейә, крыжовник һәм башҡа культуралар үҫкән, ҡасандыр сәскә атыусы хужалыҡ һуңғы йылдарҙа ташландыҡ хәлгә килгән һәм эшләмәй тиерлек.
2008 йылда «Башинком» ғилми-файҙаланыуға индереү предприятиеһы уның нигеҙендә «Ҡояшлы Боҙаяҙ» экологик емеш-еләк совхозын ойоштора. Әммә питомникты тергеҙергә маташып ҡарауҙар булмай тиерлек. Белдереүсенең әйтеүенсә, булған ҡорамалдар сығарыла, үҫемлектәр ҡаралмай.
- Бөгөн санкциялар хаҡында һөйләйбеҙ, шуға күрә йәшелсә-емеш беҙгә кәрәк. Бына бит – Өфө эргәһендә генә. Яҡшы проект. Әгәр яҡшы кеше тотоноп эшләһә, емеш-еләк тә, алма иҙмәһе, ҡайнатма ла эшләргә булыр ине, – тип билдәләне республика етәксеһе.
Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғалинға һәм Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа хәлде асыҡларға һәм питомниктың ғәҙәти эшмәкәрлеген тергеҙеү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
- Әгәр ҡуртымсы насар икән, уны ҡыуырға кәрәк. Бәлки хужалыҡты тергеҙергә теләүсе барҙыр, – тип айырып әйтте Башҡортостан Президенты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика