11:56 (UTC+5), 19 Ноября 2014

«Янғантау» шифаханаһы — «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программаһы һәм «Йыл предприятиеһы-2014» лауреаты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығында Бөтә донъя сифат көнөнә арналған конференция уҙҙы, унда «Рәсәйҙең йөҙ иң яҡшы тауары» конкурсы еңеүселәрен иғлан иттеләр. 46 предприятие иҫәбендә юғары наградаға конкурста йыл һайын ҡатнашып килгән, туғыҙынсы тапҡыр уның лауреаты булған, «Янғантау» шифаханаһы дәүләт унитар предприятиеһы лайыҡ булды. Төбәктең иң яҡшы тауарҙары һәм хеҙмәттәре реестрына йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәре инде – «Домашний» ҡойҡаһы, «Сәк-сәк» милли ашамлығы, шулай уҡ шифахана үҙе етештергән һөт цехы продукцияһы – ҡаймаҡ, кефир, татлы йогурт һәм майһыҙландырылған эремсек.
Бөтә Рәсәй кимәлендә башҡа уңышлы эшмәкәрлекте таныу билдәһе – имидж һәм эш репутацияһы өлкәһендә «Янғантау» шифаханаһы дәүләт унитар предприятиеһының «Йыл предприятиеһы-2014» бөтә Рәсәй премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булыу. Шифахана үҫешенең ыңғай динамикаһы, иҡтисадтың төрлө өлкәләрендәге ҡаҙаныштары «Сифат гарантияһы» номинацияһы менән билдәләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика