12:57 (UTC+5), 14 Ноября 2014

Рөстәм Хәмитов: «Санкцияларҙан республиканың ауыл хужалығы файҙа алырға тейеш»

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Аҙыҡ-түлек эмбаргоһы үҙ етештереүҙе үҫтереү өсөн дәртләндереү сараһына әйләнергә тейеш, тигән ышаныста Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.
- Беҙҙең ҡайһы бер эшкәртеү производстволары бөгөн тулыһынса йөкләнмәгән, билдәләнгән ҡеүәттән 60-70 процентҡа ғына эшләй. Үҫешеү өсөн урын бар, шуға күрә санкцияларҙан республиканың ауыл хужалығы файҙа алырға тейеш, — тине республика Президенты «Ауыл тормошо» гәзитенә биргән интервьюла.
Үҙ аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеү малсылыҡ тармағын модернизациялауға ярҙам итә, атап әйткәндә, 2012 йылдан алып ғәмәлгә ашырылған «500 ферма» республика проекты.
- Өс йылдан аҙыраҡ ваҡыт эсендә 200 самаһы малсылыҡ бинаһы төҙөлгән һәм төҙөкләндерелгән. Был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 1,2 миллиард һум бүленгән, әммә дәүләт ярҙамының һәр һумына 4 инвестиция һумын, аграрийҙарҙың үҙ сараларын йәлеп итеп булды. Яңы технологиялар индереү һөҙөмтәһендә фермаларҙа һауым 20 проценттан ашыуға артты, — тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов.
Урындағы продукция халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙалана.
- Ҡалаларҙағы йәрминкәләрҙә һатыуҙар быйыл бөтә рекордттарҙы уҙа, кешеләр Башҡортостан ерендә үҫтерелгәнде үҙебеҙҙекен, республиканыҡын һатып ала, ә сит илдән килтерелгәнде түгел, — тине Башҡортостан Президенты. — Республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты уҙғарған сауҙа-һатып алыу конференцияларында ритейлерҙар, рестораторҙар урындағы етештереүселәр, фермерҙар менән поставкалауға килешеүҙәр әүҙем төҙөй, ә тегеләре, үҙ сиратында, һатып алыусыға яҡынлаша.
«Башҡортостан продукты» маркаһы республиканың үҙенсәлекле ГОСТына әйләнде. Бөгөнгө көнгә был проектта, Рөстәм Хәмитовтың әйтеүенсә, бер мең ярымдан ашыу тауар төрө сығарыусы 140 самаһы предприятие ҡатнаша.
- Проект сиктәрендә Өфөлә беренсе фирма магазины эшләй башланы – ихтыяж бар, һатып алыусылар сифат менән дә, хаҡтар менән дә ҡәнәғәт. Бындай эште дауам итәсәкбеҙ, сауҙа селтәрен бөтә республика буйлап асырға кәрәк, — тине төбәк башлығы.
Интервьюның тулы тексы Башҡортостан Президентының рәсми сайтында бирелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика