05:56 (UTC+5), 14 Ноября 2014

«Bell» Көньяҡ-Африка компанияһы Башҡортостанда самосвалдар етештерергә ниәтләнә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 13 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Көньяҡ-Африка Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Мандиси Мпахлуа менән осрашты. Яҡтар Башҡортостанда «Bell» самосвалдарын етештереү перспективаларын һәм башҡа үҙ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.
Рөстәм Хәмитов, әлеге ваҡытта республиканың Көньяҡ-Африка Республикаһы менән тауар әйләнеше 100 мең долларҙан арта, тип билдәләне. Әммә Башҡортостан хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм уртаҡ эшмәкәрлек йүнәлештәрен үҫтереү менән ҡыҙыҡһына.
- Машина эшләү производствоһы, автобустар, станоктар, төҙөлөш материалдары өлөшөндә Көньяҡ-Африка Республикаһына тауарҙар поставкаларға әҙербеҙ. Һеҙҙә эшләү өсөн белгестәрҙе лә йүнәлтә алыр инек, – тип билдәләне республика башлығы.
Мандиси Мпахлуа Көньяҡ-Африка Республикаһының шулай уҡ кооперация зонаһын киңәйтеүҙә һәм инвесторҙар йәлеп итеүҙә ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Илсенең фекеренсә, республиканы тау-мәғдән сығарыу сәнәғәте өсөн ҡорамалдар поставкалаусы компаниялар ҡыҙыҡһындыра ала.
- Әлеге ваҡытта ошондай ҡорамалдар сығарыу буйынса Башҡортостанда производствоны эшләтеп ебәреүҙе ҡарайбыҙ. Көньяҡ-Африка Республикаһынан «Bell» компанияһы самосвалдар етештерә. Был бик көслө компания. Компанияның Рәсәйҙә етештереүсе булараҡ эшләүе өсөн шарттарҙы һәм мөмкинлектәрҙе өйрәнәбеҙ. Көньяҡ-Африка Республикаһында «Bell» компанияһының абруйы бик яҡшы, һәм уны бында, Рәсәйҙә лә шулай итеп күрергә теләр инек, – тине Мандиси Мпахлуа.
Рөстәм Хәмитов был аҙымдың Башҡортостан һәм Көньяҡ-Африка Республикаһы араһында эшлекле мөнәсәбәттәр урынлаштырыуҙа «тәүге аҡсарлаҡ» буласағына ышаныс белдерҙе.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика