09:59 (UTC+5), 14 Ноября 2014

Башҡортостан Президенты план-баҙар иҡтисадын үҫтереүҙе кәрәкле тип иҫәпләй

Хәлит Сафин
Хәлит Сафин
ӨФӨ, 2014 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. «Кеше капиталы менән идара итеү: үҙгәреш стратегияһы» III Төбәк-ара кадрҙар форумының пленар ултырышында фекер алышыуҙа ҡатнашып, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов план-баҙар иҡтисадын үҫтерергә саҡырҙы.
Уның фекере буйынса, Совет заманындағы планлаштырыу нигеҙҙәре күбеһенсә артыҡ булған һәм йәмғиәтте боҙған. Әммә уларҙан баш тартыу һөҙөмтәһендә «беҙ ниндәйҙер идара итеп булмаған һәм аҙ контролле хәлгә төштөк». Берҙәм маҡсаттың булмауы предприятиеларҙың тарҡалыуына килтерә һәм, шуға күрә, тауар һатыу баҙарын юғалтыуға.
- Совет заманында Башҡортостандың нефть эшкәртеү, нефть химияһы, химия комплексы берҙәм кластер булған. Ул 40-50 йыл элек ойошторолған. Предприятиелар үҙ-ара бәйләнештә булып, ресурс ағымын дөрөҫ итеп формалаштырған. Сеймалға, һуңғы продукцияға яуаплы предприятиелар булған. Бөгөн был кластер бик күп өлөшкә бүленгән. Уның биш хужаһы бар. Һөҙөмтәлә был бөтә кластер сәйәсәте тотороҡһоҙланған. Хәҙер Совет заманына ҡарағанда нефть эшкәртеү, нефть химияһы, химия комплексы өс тапҡырға аҙыраҡ продукция етештерә. Кемгә бынан яҡшы? Беҙгәме? Юҡ. Ә был предприятиеларҙың хужалары булып киткәндәргә, бәлки, насар түгелдер. Яҡшы ағым, дөйөм алғанда, был комплексты эшләтә. Әммә беҙгә был эштә, һис шикһеҙ, планлылыҡ кәрәк. Беҙгә ошондайыраҡ структура булдырыу мотлаҡ, — тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы элек бер нисә өлкә предприятиеларына ингән, берҙәм технологик сылбырҙа эшләгән төбәк-ара мега-кластерҙар тураһында хәтергә төшөрҙө. Рөстәм Хәмитов план-баҙар алымының бөгөнгө иҡтисади проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирәсәгенә ышана.
- План ҡағиҙә, ниндәйҙер йөкләмә кеүек түгел, ә стратегия һымаҡ, сәнәғәт сәйәсәтендә нимә эшләргә кәрәк буласаҡ уйланылған алым булараҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика