06:55 (UTC+5), 07 Ноябрь 2014

Башҡортостан Хөкүмәте һәм Ҡытайҙың Чунцин ҡалаһы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы Ҡытайға эш сәфәре сиктәрендә, Чунцин ҡалаһында булды.
БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тура төбәк-ара бәйләнештәр булдырыу Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың быйыл июлдә Бразилияның Форталезе ҡалаһында БРИКС саммитында әйтелгән идеяһын үҫтереү булып тора.
- «Region to region» — төбәк менән төбәк — «R2R» тигән яңы аралашыу форматын тәҡдим итәм. Тап ошо формат эре компанияларҙың ғына түгел, ә бәләкәй һәм урта бизнестың тырышлыҡтарын берләштерергә мөмкинлек бирәсәк. БРИКС-тың биш ил эшҡыуарҙары ҡатнашлығында кластерҙар булдырырға һәм иҡтисадтарыбыҙҙың үҫешендә синергетик һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин буласаҡ. Нәҡ был аралашыу форматы дәүләт-ара мөнәсәббәттәр һәм эре бизнестың үҙ-ара хәрәкәт ителеше менән бер рәттән, тотош БРИКС, һәр илебеҙ үҫешендә лә өсөнсө терәк нөктәһе булып торасаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Чунцинда республиканың инвестиция һәм иҡтисади потенциалын күрһәттеләр. Уны алдынғы предприятиелар, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре тәҡдим итте.
Чунциндың вице-губернаторы Лю Цян Башҡортостан делегацияһы ағзаларын сәләмләне һәм уларға эштәрендә уңыштар теләне.
Сәфәр сиктәрендә «В2В» (бизнес менән бизнес) форматында һөйләшеүҙәр уҙҙы. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә һигеҙ меморандум, шулай уҡ БР Хөкүмәте һәм Чунцин ҡалаһының Халыҡ хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеү төҙөлдө.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика