12:23 (UTC+5), 06 Ноября 2014

Баш ҡалала VI Урал сәнәғәт форумы уҙасаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. 11-13 ноябрҙә Өфөлә VI Урал сәнәғәт форумы уҙасаҡ.
Ойоштороусылары – Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, РФ Машина эшләүселәр союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе булышлығында «БашЭкспо» күргәҙмә үҙәге.
Форумдың маҡсаты – предприятиелар һәм ойошмаларға конкуренцияға һәләтле юғары технологик продукциялар сығарыуҙы киңәйтеү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, яңы фәнни технологиялар һәм ҡорамалдар индереүҙә, яңы заманса ҡорамалдар күрһәтеүҙә булышлыҡ итеү. Форум бүлектәре Урал-Волга буйы төбәктәре үҫешенең төп сәнәғәт йүнәлештәрен сағылдырасаҡ.
11 ноябрҙә VI Урал сәнәғәт форумы сиктәрендә Рәсәй Машина эшләүселәр союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе булышлығында «Машина эшләүҙең проект-йүнәлеш биреү үҫешендә инженер персоналы менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү» тигән түңәрәк өҫтәл уҙасаҡ. Түңәрәк өҫтәлде ойоштороусылар эре инновацион һәм инвестиция проекттарын ғәмәлгә индергәндә сәнәғәт предприятиеларының кадрҙар тәьминәте мәсьәләләрен хәл итеү буйынса тәжрибә уртаҡлашырға ниәтләнә. Түңәрәк өҫтәл эшендә Башҡортостандың эре сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре, шулай уҡ Өфөнөң техник юғары уҡыу йорттары етәкселеге ҡатнашырға планлаштыра.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика